Шишмә ҡасабаһындағы "Туҡланыу үҙәге" йәмғиәтенең ярымфабрикаттар цехы үҙ ишектәрен асты.
Дөрөҫ һәм сифатлы ризыҡтар менән туҡланыу - сәләмәтлек нигеҙе. Юғары тиҙлектәге заман ағышына эләгеп, төрлө сәбәптәргә һылтанып, күптәребеҙ ошоно аңламайбыҙ.
"Иң яҡшыһы - үҙ ҡулдарың менән етештерелгәне һәм үҫтерелгәне" тигән маҡсатты күҙ уңында тотҡан етәкселәр үҙенең продукцияһын балалар баҡсаһы, мәктәптәр өсөн әҙерләй.
- Мәләүез, Дәүләкән ҡалаларындағы һуғым цехтарының, малды һимертеү, ит бүлеү майҙансыҡтарының торошон барып ҡарағандан һуң ғына, уларҙан сеймал һатып алырға килешеү төҙөнөк. Улар ингән "Меркурий" системаһына кереп, уларға ит килтерелеү юлдарын да күҙәтеп була. Ите сифатлы булғас, ярымфабрикаттар ҙа тәмле. Һыйыр, тауыҡ иттәренән тейешле технологияны ҡулланып, әҙерләнгән күп төрлө ярымфабрикаттар менән райондың барса мәғариф учреждениелары тәьмин ителә,- тип һөйләне йәмғиәттең башҡарма директоры Ынйы Әхмәҙуллина.
Киләсәккә күп пландар ҡорған "Туҡланыу үҙәге" йәмғиәте йәшелсәләр
таҙартыу цехын да асырға уйлай. Улар вакуум яһау ысулы менән төргәктәргә төрөлөп, һатып алыусылар өҫтәленә барып етәсәк. Алдағы көндәрҙә улар үҙ брендын булдырып, сауҙа нөктәләрен дә асырға планлаштыра.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите сайтынан алынды.