БАССР - ҙың халыҡ артисы, данлыҡлы йырсы Илфак Смаковты халыҡ та, яҡташтары ла хөрмәт итә, ул башҡарған йырҙарҙы яратып, һағынып тыңлай.
Артистың 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Саҡмағош ерендә "Йырҙа ҡалһын беҙҙең ғүмерҙәр" региональ - ара йырсылар конкурсы үтте. Шишмә район мәҙәниәт йортоноң "Ләйсән" ҡатын - ҡыҙҙар халыҡ вокаль ансамбле лайыҡлы Гран - приһын алһа, ә ирҙәрҙең вокаль квартеты өсөнсө дәрәжә дипломлы булды. Солистар, моңло тауышлы, бай репертуарлы Айгөл Ғәзиева, Ризида Әхмәтшина I,II дәрәжә дипломдар, ә Салауат Ғилметдинов менән Айгөл Ғәзиеваның дуэты иң яҡшыһы тип танылды.
Шишмә районының һәләттәре был конкурстан илһамланып, яҡшы кәйефтә ҡайтты. Уларҙан ағылған моң халыҡтың да, республика кимәлендә билдәле жюри ағзаларының да рухын байытты.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" район гәзите сайтынан алынды.