Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 13:15

Ҡот осҡос хәл

Йәш ҡатын балаһын да йүнләп ҡарамай...

10 февраль төнөндә Мәләүез районында башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай хәл булған. Райондың Нөгөш ауылында көрттә ике йәшлек малай баланы табып алғандар. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, малайҙың әсәһе өйҙәше менән күршеһенә спиртлы эсемлек алырға киткән, ә бала тураһында уйлап та бирмәй.
Күршеләре һөйләүенсә, 23 йәшлек ҡатын тәүге ире менән яратышып өйләнешкән, матур итеп никах уҡытҡан булған. Тик ире яңылышлыҡ менән кешене үлтергәне өсөн ете йылға иркененән мәхрүм ителә. Ҡатын айырылып, икенсе иргә кейәүгә сыға. Улар йыш ҡына эсә, бер ҡайҙа ла эшләмәй. Йәш ҡатын балаһын да йүнләп ҡарамай.
Төндә баланы күршеләре тапҡан, улар уның илағанын ишетеп ҡалған. Сабый ни бары футболка һәм колготкиҙа ғына булған. Был төндө 25 градус һалҡын булған. Күпме ҡарҙа ятҡандыр, билдәле түгел.
Нисек кенә булмаһын баланы шул уҡ төндө Мәләүез дауаханаһына ауыр хәлдә алып китәләр. Бала ныҡ туңған һәм хатта ҡыбырламаған да.
Әсә кешегә килгәндә, әле уның менән тәфтишселәр эшләй. Уға ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған: һаҡһыҙлыҡ арҡаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү һәм хәүефле осраҡта ҡалдырыу.
Мелеузовский межрайонный следственный отдел возбудил уголовное дело по статьям «причинение тяжкого вреда здоровью по неосторожности» и «оставление в опасности», по факту причинения двухлетнему ребенку тяжкого вреда здоровью в результате обморожения.
В пресс-службе регионального Следственного комитета сообщили, что ночью 10 февраля ребенок был обнаружен во дворе частного дома без верхней одежды с признаками общего переохлаждения и обморожения отдельных частей тела. Мальчик проживал совместно с матерью и ее сожителем.
Ребенок оказался в сугробе при температуре -25 градусов. Семья на учете как неблагополучная не состояла. Но по словам соседей, мать часто злоупотребляла алкоголем. Сейчас состояние мальчика остается стабильно тяжелым.
Читайте нас: