Благовещен районының Бедеево Поляна ауыл мәктәбендәге 5 - 7 класс уҡыусылары хәрби - патриотик айлыҡ һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә арнап уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашты.
Уҡытыусылары Вячеслав Николаевич Чикишев етәкселегендә улар тиҙлеккә автомат һүтеп - йыйыуҙа, противогаз кейеп - сисеүҙә көс һынашты.
Буласаҡ һалдаттар менән берлектә был йәһәттән күп аңлатыу эштәре алып барған педагог, уҡыусыларҙың тырышлығын маҡтау һүҙҙәре менән баһалап та китте.