Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 13:15

Тормошом биҙәге - әсәйем

Күҙҙәренән нур һибелә

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Нәфисә Мәхмүтйәрова Нурия ҡыҙы менән Айҙар улына иң ғәзиз, иң яҡын кеше.
Ике балаһын тыуҙырып, күкрәк һөтөн имеҙгән, йырын көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуын күреп ҡыуанған, туған телен өйрәтеп, халыҡ моңон балалары күңеленә һеңдерә алған был ҡатын ошо тойғоларҙы кисереп, яҡты донъяларҙа йәшәүенән мең тапҡыр бәхетле.
Балаларҙы яратыуы уның киләсәктәге һөнәрен һайлауға ла булышлыҡ иткәндер. 32 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Нәфисә Ғәҙынан ҡыҙын хеҙмәттәштәре, ата - әсәләр, тәрбиәләнеүселәр хөрмәт итә. Бала күңеленә асҡыс таба белгән тәрбиәсенең һөйөүе, наҙы, йылы һүҙе уларҙың һәр береһенә етә. Өйҙә, иһә, ул бер йәшлек ейәнсәре Амелияны һөйөп туя алмай. Тап мәҡәлдә әйтелгәнсә, "Балаңдың балаһы балдан татлы була" тигән фекер менән ул да ихлас килешә. Ейәнсәренең дә әсәһе, ағаһы һымаҡ изгелекле, туған йәнле, ихлас булып үҫеүенә ышана хәстәрлекле өләсәй.
27 йыл ҡулға - ҡул тотоношоп йәшәгән тырыш, уңған ире Әҙипкә лә рәхмәтле Нәфисә. Ошо йылдар эсендә өлгөлө Мәхмүтйәровтар ғаиләһе фатир ҙа һатып алған, көткән донъяһын да бөтәйткән, ә иң мөһиме, балаларын уҡытып, матур тәрбиә лә биреүгә өлгәшкән.
-Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ, шуға бәхетлебеҙ ҙә. Күңелең тыныс, кәйефең көр, үҙ - ара аңлашыусанлыҡ, берҙәмлек, уртаҡ тел булһа, башланған эштәр көйлө тамамлана, тормош үҙ яйы менән дауам итә, - ти Ҡариҙел районы ҡыҙы Нәфисә Мәхмүтйәрова.
Бына шулай арабыҙҙа тормоштан йәм табып, булғанына шөкөр итеп йәшәгәндәр ҡыуандыра.
Читайте нас: