Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 16:30

“Герой партаһы” артында

​Нуриман районының Ҙур Шиҙе мәктәбендә лә класс парталарына Советтар Союзы Геройҙары Ғ.Ф. Шәйхетдинов һәм Ғ.Ғ. Аскин тураһында белешмә беркетелде

​“Ватан батырҙары – Башҡортостан ғорурлығы” проекты сиктәрендә республика мәктәптәрендә “Герой партаһы” акцияһы тормошҡа ашырыла.
​Бындай акцияны үткәреү тураһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе сәйәси советы Президиумының ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.
​Сараның маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында Ватаныбыҙ тарихына ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың героик образдары аша илһөйәрлек рухын үҫтереү.
​Нуриман районының Ҙур Шиҙе мәктәбендә лә класс парталарына Советтар Союзы Геройҙары Ғ.Ф. Шәйхетдинов һәм Ғ.Ғ. Аскин тураһында белешмә беркетелде, уларҙың фотоһүрәте, фронт юлдары, батырлығы тураһында мәғлүмәт урын алды.
​“Герой партаһы” артында ултырып белем алыу бөтә йәһәттән ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға ғына бирелә. Мәҫәлән, күптән түгел уҡыу алдынғыһы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы 2 - се класс уҡыусыһы Саликаев Степан ошондай хоҡуҡҡа лайыҡ булды.
Читайте нас: