Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 13:25

Иҫтәлекле осрашыу

Афған һуғышы ветерандары мәктәпкә килде

Хәрби-патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә Ҡарамалы мәктәбендә Афған һуғышы ветерандары менән осрашыу булды. Афғанстан республикаһында Иглин районынан 196 хәрби хеҙмәткәр интернациональ бурысын үтәй. Улар араһында Фиҙаил Ғәлимов, Фәһим Әхмәтйәнов, Илдус Мөлөков, Сергей Шахматов та бар. Осрашыу ғөмүм мәктәп линейкаһы менән башланып китте. Аҡбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Азамат Сатаев тантаналы шарттарҙа Афған һуғышы ветераны Фиҙаил Ғәлимовҡа «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы. Һуңынан ҡунаҡтар мәктәп уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе. Яуғирҙар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар әрме хеҙмәте, шулай уҡ афған халҡы тормошонан ҡыҙыҡлы факттар белде.
Читайте нас: