Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 14:30

Саңғысылар көс һынашты

​Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, Нуриман районында үткәрелгән “Рәсәй саңғы юлы - 2020” ярыштарына 700 - гә яҡын кеше йыйылды.

Улар араһында саңғы спорты менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр ҙә, һәүәҫкәр саңғысылар ҙа, тулы ғаиләһе менән килгәндәр ҙә бар ине.Йәш һәм физик әҙерлек кимәлен иҫәпкә алып, спортсылар 2,5 һәм 10 километр дистанцияларында көс һынашты. Хатта 6 йәшкә тиклемге кескәйҙәр ҙә 100 метр арала ярышып ҡарарға теләк белдерҙе. Был дистанцияла Исламғәлиев Әмир менән Демина Анастасия еңеүсе булып сыҡты.​Төрлө йәш төркөмдәре еңеүселәре ир - аттар һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһында айырым билдәләнде. 7 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр араһында Ишанханов Амаль менән Сәлимова Азалия финишҡа беренселәр булып килде. 12 - 16 йәш арауығында еңеүселәр - Йәрмөхәмәтов Тимур һәм Михалева Светлана. Михайлев Роман мнән Сандалова Гүзәл 17 - 49 йәштәгеләр араһында еңеп сыҡты. Ә өлкән йәштәгеләр араһында Владимир Асеевҡа һәм Шәйхетдинова Фәзиләгә етеүсе булманы.​Финиш һыҙығын үтеүсе бөтә саңғысылар ҙа иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде. Ирекмәндәр ойошторған күңелле флешмоб, ҡайнар сәй ярышҡа байрам кәйефе өҫтәне.
Читайте нас: