Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 12:30

Иң оҙон сезон ябылды

Яңы ҡоролмалар ҡуйыласаҡ

Февраль айы башында "Шишмә шәкәр заводы" йәмғиәте рәсми рәүештә шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү миҙгелен япты.
Уҙған сезонда завод "Башҡорт - агроинвест" йәмғиәте баҫыуҙарында үҫкән татлы тамыр менән 85 % тәьмин ителгәйне. 2019 йылдың 165 эшкәртеү көнөндә завод 630 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн ҡабул итте. Таҙартҡандан һуң ҡалған 613 мең тоннанан 89 мең тонна шәкәр алынған. Завод етәкселеге алдына ҡуйылған маҡсаттар арттырылып үтәлгән. 4 мең тонна гранулалы сөгөлдөр һығындыһы, 1 мең тонна ярым меласса, 40 мең тонна шәкәр Прибалтика илдәренә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Таджикистан илдәренә оҙатылған.
Ай ярымдан быйылғы сезон асыласаҡ. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә завод үҙенең ҡорамалдарын ремонтлауҙы планлаштырыла.50 йыл буйы эшләгән сөгөлдөр һығындыһын киптереү ҡоролмаһы 300 тонна сеймал һыйҙырышлы, тутыҡмай торған ҡоростан яһалғанына, әлеге заман талаптарына яуап биргәненә алыштырыласаҡ.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: