Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 11:14

Степанға - ярҙам йөҙөнән

Уның һауығыуына - өмөт һәм ышаныс

Бына инде нисә йыл рәттән Рәсәйҙә берләштерелгән металлургия компанияһы составына ингән заводтар тарафынан "Мөхәббәт менән йөрәккә" хәйриә йәрминкәһе уҙғарыла.
Был мөһим сараға Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәтенең етәкселеге, эшселәре, уларҙың ғаиләләре, благовещендар ҙа теләп ҡушыла. Бер ай алдан хәбәрҙар булған олоһо ла, кесеһе лә төрлө материалдарҙан үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра башлай. Был сараның шарттарына ярашлы, Ғашиҡтар көнөндә завод ашханаһында үткән йәрминкәгә барса халыҡ, айырыуса балалар алып килгән төрлө - төрлө сағыу сувенирҙар, иҫтәлекле бүләктәр һатыуға сығарыла. Күңел йылыһын ҡушып, мөхәббәткә сорнап яһалған әйберҙәргә һатып алыусы хаҡын үҙе билдәләп, түләп ала.
Быйылғы уҙған хәйриә йәрминкәһендә лә барса шарттар теүәл үтәлеп, һатыуҙан йыйылған барса аҡсалар күптән инде операцияға мохтаж булған 9 йәшлек Степан Солодянкиндың ата - әсәһенә тапшырыласаҡ.
Арабыҙҙа йәшәгән изге йәнле благовещендарға ла, завод эшселәренә лә Солодянкиндар ғаиләһе оло рәхмәтле.
"Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигән ата - бабаларыбыҙ. Сиргә дусар булған бала өсөн тырышыуыбыҙ бушҡа булмай, Степан йүнәлеп, аяҡҡа баҫһын.
Мәғлүмәт Благовещен арматура заводының сайтынан алынды.
Читайте нас: