Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 11:30

Йылдар үтһә лә хәтирәләр онотолмай

Афғанстан территорияһынан һуңғы совет һалдаты сыҡҡанға инде утыҙ бер йыл үтте

Афғанстан территорияһынан һуңғы совет һалдаты сыҡҡанға инде утыҙ бер йыл үтте. Әммә унда булған ваҡиғалар яугир-афғансыларҙың хәтеренән һис тә юйылмай. 1979-1989 йылдарҙа афған һуғышында 196 яҡташыбыҙ ҡатнашты. Уларҙың береһе – Үктәй ауылында тыуып үҫкән Илмир Юнысов.
Егет әрме сафтарына 1986 йылда саҡырыла. Төркөстан хәрби округында әҙерлек курстары үтә. 1987 йылдың бишенсе майында уларҙың часы Афғанстанға керә. Пулеметсы Илмир каруан юлын, бензин үткәргесте һаҡлай. Яҡташыбыҙ Афғанстанда ике йылға яҡын була. Яугир Афған ерҙәрендә үткәргән һәр миҙгелде хәтерләй. Илмир башынан кискәндәр тураһында хәтирәләр яҙа башлаған. Бөгөн уларҙың береһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
-1989 йылдың бишенсе февралендә төн тыныс үтте. Ғәҙәттәгесә, күктә ник бер йондоҙ булһын. Иртәнге сәғәт алтыла посты тапшырҙым да йоҡларға яттым. Никтер йоҡо алмай, башҡа төрлө уйҙар кереп яфаланы. Нимәнелер булаһын һиҙемләү күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Арығанлыҡ үҙенекен итте – йоҡлап киткәнмен. Сержант Курмачев дәшкәнгә күҙҙәремде астым. Постҡа баҫырға ваҡыт икән. Иртәнге аштан һуң мин вышкаға мендем, бинокль аша тирә-яҡты күҙәтеп сыҡтым. Тынлыҡ. Тау түбәһендә минометсылар урынлашҡан. Мин күккә йәшел ракета аттым, улар яуап бирҙе. Тимәк, барыһы ла яҡшы. Ҡышлаҡ яғынан өс машина күренде. Сержант Курмачев шлагбаумды күтәреп, уларҙы үткәрҙе. Автомобилдәр боролоштан юғалырға ла өлгөрмәне, рота командирының БТРы күренде. Сержант йүгереп барып хәлдәрҙе аңлатты. Теплов БТр-ҙан һикереп төштө лә миңә: «Рядовой Юнысов, әҙерлән», - тине. Вышкала мине Илгиз Ҡыҙрасов алмаштырҙы. Мин тиҙ генә палатканан әйбер тоғомды, патрондар, ҡоро паек алдым да, капитан янына барып, әҙер икәнемде әйттем. Ул йылмайҙы ла: «Һинә былар кәрәк булмаясаҡ”, - тине. –“һин ҡайтып китәһең”. Мин аптырап ҡалдым. Көтөлмәгән хәбәрҙән аяҡтар атламаҫ булды. Командир йыйынырға 15 минут ваҡыт бирҙе. Хәрби кейемем күптән әҙер ине инде. Иптәштәрем ҡосаҡлай башланы, бөтә взвод менән оҙатып ҡалдылар. Мин юлға сыҡтым.
Етенсе февралдә Хайратонға тиклем вертолет менән барып еттем, унан күпер аша - Термез ҡалаһына. Поезд менән Ырымбур аша Өфөгә барып төштөм. 10 февралдә мин Иглингә барыусы электричкала инем инде. Кондуктор ҡатын, минең билетты ла һорамайынса, күҙ йәштәре аша: «Исән-һау ҡайтыуың менән!»,- тип ҡосаҡлап алды.
Бына ул, тыуған ауылым! Туҡталыштан мин осоп тигәндәй ҡайттым. Бына тыуған йорт. Ҡапҡанан инәм, ә ишектә - йоҙаҡ. Мин урамға сыҡтым. Ҡайтыуымды ишетептер инде әсәй йүгерә. Ул мине шул ҡәҙәр ҡысып ҡосаҡланы, әйтерһең лә минең тағы китеп юғалыуымдан ҡурҡа ине, ә үҙе илай. Баҡһаң, ярты йыл буйы минең хаттар килмәгән, улар ҡайҙалыр юғалып ҡалған. Туғандар инде исән түгелдер, тип уйлағандар.
Был ваҡыйғаларға 31 йыл үтте, ләкин бөтәһе лә кисә генә булған кеүек. Уларҙы онотоу мөмкин түгел.
Фото Юнысовтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: