Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 11:30

Геройҙар миҫалында тәрбиәләнгән быуын

Сергей - конкурс еңеүсеһе

"Эргәңдә йәшәгән герой хаҡында һөйлә" республика иншалар конкурсының Өфөләге балалар филармонияһында уҙған тәбрикләү сараһында Благовещен районының Туғай мәктәбе уҡыусыһы Сергей Аймурзин да ҡатнашып, еңеүселәр рәтен тулыландырҙы.
Уҡытыусыһы Миңһылыу Фәрит ҡыҙы Ғарипова етәкселегендә тырыш, ҡыҙыҡһыныусан егет Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы А.М. Ғәниев, Чечня һуғышы ветераны булған атаһы Олег Аймурзин тураһында тулы мәғлүмәтле инша яҙҙы. Ул үҙенең ижади яҙмаһында яҡындарының Тыуған ил, тыуған ер, ғәзиз тупраҡ, яҡындары өсөн үҙен аямай, һуғыш юлдарын үтеүенә һоҡланыуын да, ысын һалдаттар менән ғорурланыуын да йәшермәне.
Батырҙар миҫалында тәрбиәләнгән быуын вәкиле булған Сергей Аймурзин илһөйәр, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаған ысын шәхес булып үҫер.
Мәғлүмәт Благовещен районының мәғариф идаралығы сайтынан алынды.
Читайте нас: