Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 10:45

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Уҡыған кеше бай була

Шишмә районының Сәфәр ауыл китапханаһының китап фонды изге күңелле, рухлы ауылдаштары Мөхәммәт Байбурин ярҙамында 300 китапҡа, өҫтәл уйындарына тулыланды.
Бәләкәйҙән китап уҡырға, китапҡа һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән һатып алынған ҡыҙыҡлы энциклопедиялар, әҙәби китаптар, һүҙлектәр, интеллектуаль үҫешкә тәғәйенләнгән өҫтәл уйындары бик кәрәкле, бик ҡәҙерле бүләк булды.
- Китапханала үткән һәр сара балалар араһында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, һаҡсыл ҡараш булдыра. Ысын шәхесте рухлы, мәҙәниәтле, белемле, арҙаҡлы итеп китап тәрбиәләй, - тип һөйләне китапханасы Фәриҙә Мансурова.
"Китап уҡыһаң - белемең артыр, уҡымаһаң белгәнең дә онотолор" тигәндәй, балаларға рухи аҙыҡ бүләк иткән яҡташтары Мөхәммәт Байбуриндың матур башланғысы бик маҡтаулы.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: