Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 11:00

Республика колледждары араһында өсөнсө урын

Наркотиктарға ҡаршы профилактик эштәр

Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледж Дүртөйлө ҡалаһында уҙған Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған наркотиктарға ҡаршы профилактик эштәр барышына ҡағылышлы региональ конкурста ҡатнашты.
Благовещен күп профилле һөнәри колледжы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Венера Таймырҙина жюри ағзалары алдында уҡыу йортонда наркотиктарға ҡаршы профилактик эштәр барышына тулы байҡау яһаны. Уҡыу йорто етәкселеге, педагогия коллективы, студенттар менән берлектә башҡарылған киң масштаблы эштәр тураһында ла һөйләп китте ул. Проектор аша колледжда уҙған төрлө сараларҙан видеороликтар ҙа күрһәтелде
Республиканың 12 колледжы араһында беҙҙең колледж был йәһәттән өсөнсө урынға сыҡты.
- Алда башҡараһы эштәребеҙ бик күп. Йәш быуынды төрлө хәлдәрҙән йолоп ҡалып, насар ғәҙәттәрҙән аралап, ысын шәхес, белгес итеп уҡытып сығарыу беҙҙең төп бурысыбыҙ, - тип һөйләне Венера Өлфәт ҡыҙы.
Мәғлүмәт Благовещендың күп профилле һөнәри колледжы сайтынан алынды.
Читайте нас: