Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 10:20

"Йәм" менән Шишмә йәмле

Ҡасаба төҙөкләнә, матурлана

Шишмә ҡасабаһын төҙөкләндереү менән "Йәм" йәмғиәте шөғөлләнә.
Күп төрлө техника базаһы булған йәмғиәттә 55 хеҙмәткәр эшләй. Уҙған йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған йәмғиәт етәкселеге 2019 йылда туҙан һурҙыртҡыс "Камаз" машина һатып алған.
- Бер йылға билдәләнгән эштәрҙе, һәр аҙнаның эш көнөндә, сезонға ҡарап башҡарабыҙ. Беҙҙең йәмғиәт йыл әйләнәһенә ҡасабаны төҙөкләндерә, йәшелләндерә, юлдарҙағы соҡор - саҡырҙарын ремонтлай. Әлеге мәлдә ғинуар айынан март айына тиклем һынып төшөргә торған ботаҡтар, ҡоро ағастарҙы киҫәбеҙ,- тип һөйләне баш инженер Ринат Мөслимов.
Сүп - сар менән дә шөғөлләнгән "Йәм" ауыл биләмәләрендәге сүп контейнерҙарын да таҙартасаҡ.
Ҡасаба халҡын таҙа шарттарҙа йәшәтеүгә, уларҙың кәйефен күтәреүгә күп көс түккән "Йәм" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең эштәре көйлө лә, кәрәкле лә.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: