Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 13:00

Зубов халҡының оло шатлығы

"Бәпембә" ишектәрен асты

Өфө районының Зубов ауылында кескәйҙәр аҡыллы, сәләмәт, көслө булып үҫһен, бында иң матур тәрбиә һабаҡтары алһын тигән маҡсаттан ауылда барса шарттарға яуап биргән, 3 мең квадрат майҙанда "Бәпембә" балалар баҡсаһы асылды.
Ике йәштән ете йәшкәсә 260 бала 12 төркөмгә йөрөйәсәк.
"Демография" милли проект нигеҙендә төҙөлгән балалар баҡсаһына йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар ысын шәхес булып тәрбиәләнһен өсөн бында барыһы ла бар. Музыка һәм спорт залдары, методика, психолог бүлмәләре, уйын майҙансыҡтары уларҙы үҙенә йәлеп итәсәк. Теләһәң, кинәнеп уйна, теләһәң һүрәт төшөр, спорт менән шөғөллән...
Көндән - көн үҫешкән, яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан ауылда йәшәгән йәш ғаиләләр балалар баҡсаһы асылыуынан бик ҡәнәғәт.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: