"Ғүмер - аҡҡан һыу" тигәндәй, бына әле генә Мөсәлиә апай менән Натфулла ағайҙың алтын туйын ҡотлағайныҡ. Балалары, ейәндәре, ауылдаштарын улар ҙур табынға йыйып, матур ҡунаҡ иткәйне. Уларҙың бергә йәшәлгән ғүмер юлына, бөртөкләп йыйған донъяларына, үҙ - ара яҡшы мөнәсәбәттәренә һоҡланып, үҙҙәрен яҡын кешеләремдәй күреп, яратып ҡайтҡайным шул саҡта. Эш буйынса Арҡауылға барғанда ла хәл белешеп, тәмле сәй эсеп китә торғайным. Гел ихлас, ҡунаҡсыл, йомарт булдылар.
Натфулла ағай мәрхүм булып ҡалһа ла, көслө рухлы Мөсәлиә апай күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Уны ҡәҙерлеһе менән бергә уҙған ғүмер юлындағы хәтирәләр, иҫтәлекле мәлдәр йәшәтә. Уйлап ҡараһаң, гел бергә, гел бер - береһенә таяныс булған бит улар. Ауырлыҡтар аша, колхоз эшендә лә эшләгән, балаларын да үҫтергән. Уйлаһаң уйылып китерлек...
Ауылдың хөрмәтле ағинәйен, хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәтсәнен Иҫке Надеждин ауылы хакимиәте башлығы Андрей Караваев, ауыл Советы депутаты Рәүзиә Мөхәмәтшина юбилей уңайынан уның янына килеп, ихлас күңелдән ҡотланы. Улар Мөсәлиә Фәтҡулла ҡыҙына бәхетле ҡартлыҡта сирләмәй, күңел көрлөгөн юғалтмай, яҡындары ҡурсалауында оҙаҡ йәшәүен теләне. Юбиляр ҡотлау - бүләктәргә ихлас күңелдән ҡыуанды, күҙ йәштәрен дә йәшермәне.