Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 14:00

Шишмәләргә өсөнсө урын

"Ашъяулыҡ" та - милли ризыҡтар

Башҡорт милли аш - һыу оҫталарының I асыҡ "Ашъяулыҡ" республика конкурсы оҫта ашнаҡсыларҙы Әбйәлил районына йыйҙы.
Өсөнсө урынға лайыҡ булған Шишмә районының "Туҡланыу үҙәге" йәмғиәте ашнаҡсылары ла был конкурстан илһамланып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп ҡайтты. Башҡорт кухняһын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған был конкурста милли аш - һыу бешереүҙең яңы технологиялары, уларҙың ассортименты өйрәнелде. Иң яҡшы ашнаҡсылар үҙҙәренең ризыҡ бешереү ысулы менән таныштырҙы, уларҙың һәр төрөн матур, зауыҡлы итеп биҙәү серҙәре менән дә бүлеште. Башҡа яҡтарҙан килгән хеҙмәттәштәр үҙ - ара эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бешергән ризыҡтарын да тәмләне.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: