Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 18:25

Диктант яҙҙылар

Беҙ телебеҙ тип янып-көйөп йәшәмәһәк, кем Рәми, Салауат телен күтәрер, данлар?!

Бөгөн данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарыды. Уны Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған ине. Уны башҡорт, рус, татар, марий, сыуаш һәм удмурт телдәрендә яҙырға мөмкинселек булды.
Сарала Благовещен районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты.
- Мин башҡорт теленән диктантты икенсе йыл яҙам, - ти инглиз, башҡорт телдәре уҡытыусыһы Ғәлиә Хайретдинова. – Беҙ телебеҙ тип янып-көйөп йәшәмәһәк, кем бөйөк Рәми, Салауат телен күтәрер, данлар?!
Был сараның күркәм йолаға әйләнеп, йылдан-йыл киңерәк даирәне солғарына шикләнмәйбеҙ.
Читайте нас: