- Ауструм ауылында программа сиктәрендә балалар майҙансығы ҡуйылғас, эҫемдәр ҙә бәхеттәрен һынап ҡарарға булды, - тип һөйләй ауыл советы депутаты, инициатива төркөмө рәйесе Светлана Дмитриева. - 2019 йылдың ғинуарында ауыл советы ярҙамы менән мин ауылдаштарымды урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу өсөн ойошторҙом. Ошо уҡ йылдың көҙөндә ауылда балалар майҙансығы ҡуйылды. Һөҙөмтәләргә дәртләнеп, беҙ быйыл да программала ҡатнашырға булдыҡ. Был юлы инде ауыл зыяратын төҙөкләндереүҙе планлаштырабыҙ. Бындай киммәтле эште ауыл халҡы үҙе генә еңеп сыға алмай.