Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 13:00

Сәләмәтлектәрен тикшерҙеләр

Үктәй ауылына мобиль ФАП килде

“Сәләмәтлек машинаһында” медицина тикшереүе үтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Был көндә 40-ҡа яҡын кешегә дөйөм практика фельдшеры, акушер квалификациялы ярҙам күрһәтте. Үктәйҙәр шулай уҡ ЭКГ үтте, ҡан анализы тапшырҙы.
Урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәмилә Сәйетова алдан уҡ ауылдаштарын киҫәтеп ҡуйҙы һәм тәғәйенләнгән көндө уларҙың килеүен ойошторҙо.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, медицина хеҙмәтләндереүенең ошондай формаһы бик уңайлы – район үҙәгенә барырға ла кәрәк түгел, сиратта ла тораһы юҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: