Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 13:40

Благовещенда Башҡорт теле йылы асылды

Бындай мәртәбәле сарала башҡорт телен өйрәтеүгә күп көс һалған уҡытыусылар, телен хөрмәт иткән, яратып өйрәнгән уҡыусылар, барса эштәрҙә, башланғыстарҙа ярҙам иткән ата - әсәләр ҡатнашты

Благовещен ҡалаһындағы Михаил Киняшов исемендәге 6 - сы мәктәптә районда Башҡорт теле йылы асылды.
Бындай мәртәбәле сарала башҡорт телен өйрәтеүгә күп көс һалған уҡытыусылар, телен хөрмәт иткән, яратып өйрәнгән уҡыусылар, барса эштәрҙә, башланғыстарҙа ярҙам иткән ата - әсәләр ҡатнашты. Туған телдә шиғырҙар уҡып ишеттергән уҡыусылар үҙенең һәләтен, оҫталығын да күрһәтергә онотманы. Һүҙ оҫталары, йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар бер - береһен алыштырып ҡына торҙо.
- Башҡорт теле йылын дәррәү күтәреп алдыҡ. Беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән быйылғы йылда башҡарасаҡ эштәребеҙ байтаҡ планлаштырылған. Иң мөһиме - уҡыусыларыбыҙ туған телен белһен, милли ғөрөф - ғәҙәттәребеҙҙе ҡәҙерләһен, һаҡлаһын, - тип һөйләне 5-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Зифа Нуретдин ҡыҙы Байморатова.
#Башҡорттелейылы #Годбашкирскогоязыка #Всемирныйкурултайбашкир
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#Благовещенбашҡорттарыҡоролтайы
#КурултайбашкирБлаговещенскогорайона
Читайте нас: