Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 13:00

Иглиндар ҡышты оҙатты

Районда “Масленица” байрамы гөрләп үтте

Был ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамына иглиндар йылдан йыл күберәк йыйыла. Күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ яҙғы ҡояш сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Байрам район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда башланып китте. Йыйылған халыҡ йырлап-бейеп күңел асты,төрлө уйындар уйнап кинәнде. Сәхнәлә халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре бер береһен алмаштырып торҙо. Шаян әкиәт геройҙары байрамға килеүселәрҙең күңелен күтәрҙе. Ҡайнар самауыр сәйе байрам кәйефен тағы ла күтәрҙе. Байрамдың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине.
Теләүселәр Елена Иглина паркында атта һыбай йөрөй алды.
Ауыл хужалығы йәрминкәһендә ун алты эшҡыуар һәм фермер хужалыҡтары ҡатнашты. Улар халыҡҡа бал, ит, икмәк, кондитер изделиелары һәм һөт продукттары тәҡдим итте.
Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам йылдағыса - ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды.
Ә. Вәлиуллин фотолары.
Читайте нас: