Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 14:00

Шахматҡа бала саҡтан ғашиҡ

Республика турнирында еңеү

Иглин ауылында йәшәүсе Рәшит Шәйхатаров ветерандар араһында тиҙ шахмат буйынса республика турнирында өсөнсө урын алды. Турнир Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Сараның маҡсаты – республикала шахмат уйынын популярлаштырыу һәм пропагандалау, шахматсыларҙың оҫталығын арттырыу. Бәйгене ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы шахмат федерацияһы, Рәсәй пенсионерҙар союзының республика бүлеге, «Толпар» спорт клубы.
Башҡортостан Республикаһы профсоюздары федерацияһында үткән ярышта 55 йәштән өлкән 64 шахматсы ҡатнашты. Турнир блиц форматында уҙҙы: спортсыларға партияға10 минут ваҡыт бирелде. Рәшит ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был мәсьәләне ауырлаштыра, сөнки бер үк ваҡытта дәғүәсенең хәрәкәтен дә күҙәтергә, ваҡытты ла иҫәпкә алырға кәрәк. Беҙҙең яҡташыбыҙ уңышлы сығыш яһаны: мөмкин булған 9 мәрәйҙән 7,5 йыйҙы. Турнир йомғаҡтары буйынса Рәшит Шәйхатаров өсөнсө дәрәжә диплом, кубок һәм миҙал менән бүләкләнде.
Рәшит Шәйхатаров шахмат менән бала саҡтан уҡ мауыға. Был интеллектуаль уйын тураһында уның күберәк беләһе килә, шуға күрә уның бөтә нескәлектәрен үҙ аллы өйрәнә. Рәшит мәктәп, район турнирҙарында ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыған йылдарында ла студент шахматты ташламай, яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә ваҡыт табырға тырыша.
Быйыл хеҙмәт ветеранына 80 йәш тула, уларҙың яҡынса 70 – ул шахмат менән «ауырый». Ҡайҙа ғына уҡыһа ла, эшләһә лә Рәшит Фәйләсүп улы, шахматтан ғүмере буйы айырылмай: ойошма исеменән сығыш яһай, республика турнирҙарында район данын яҡлай. Ветеран әле лә бер ярышты ла ҡалдырмай. Ул балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә йыш ҡына йәш шахматсылар менән осраша, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Рәшит ағай был интеллектуаль спорт төрөнә балаларында , ейәндәрендә лә һөйөү уята.
-Шахмат – сәләмәт ғәҙәт, ул тормошта бик ярҙам итә, - тип иҫәпләй Рәшит Шәйхатаров. – Шахмат таҡтаһы артында кеше уйларға, ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнә.
Читайте нас: