Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 13:30

Тамырын тойған ағас ҡына үҫә...

Халыҡ тарихын яҡшыраҡ өйрәнһен

Благовещен район хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан быйыл булдырылған "Башархив" проекты хаҡында һүҙ барҙы.
Был мөһим проекттың презентацияһына уҡыусылар, студенттар, ҡаланың төрлө ойошма - учреждение хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
- Был уникаль архив проекты Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Рәсәйҙең тик биш төбәгендә генә һаҡланып ҡалған 5740 документ проект ярҙамында һәр кемгә асыҡ буласаҡ. Карточкаларҙа хужалыҡтарҙың һаны,ғаилә составы,мал һаны һәм төрҙәре,биләгән ерҙәре,ауыл хужалығы өсөн кәрәк - яраҡтары һәм башҡалар тураһында барлыҡ мәғлүмәттәр теркәлгән, - тине үҙ сығышында республиканың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Марат Зөлҡәрнәев.
Быларҙың барыһы ла ҡыҙыҡһынған кешеләргә үҙҙәренең ата - бабаларының тарихы, уларҙың көнкүреше тураһында төплөрәк белергә ярҙам итер, генеологик тикшеренеүҙәргә лә ҡыҙыҡһыныу уятыр.
- Республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә мөмкинселек биргән был проект аша һәр ғаилә нәҫел - нәсәбенең үткәнен асыҡлап, үҙ шәжәрәһен төҙөй ала, - тип һөйләне райондың ветерандар советы рәйесе Валентина Бажина.
Башҡортостан Республикаһының Милли архивы вәкиле Зөлфәр Ғәтиәтуллин үткәргән оҫталыҡ дәресендә проект аша мәғлүмәт табып, тарихи документтар менән эшләргә лә өйрәтте.
Читайте нас: