Сираттағы ошондай семинар уларҙы М.Киняшов исемендәге 6 - сы мәктәпкә йыйҙы.Ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алған мәктәп директоры Надежда Михайловна Машкина мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, туған телдәрҙе уҡытыу нисек алып барылғанын, уҡытыусылар менән уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән 3 - сө "В" класы уҡыусылары башҡорт теле уҡытыусыһы Зөһрә Тәлғәт ҡыҙы Заһитованың дәресенә әҙерләнеп килгәйне.Балалар йыл миҙгелдәре, һынамыштар тураһында йәнле әңгәмә ҡорҙо, төрлө ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр эшләне.
Икенсе дәрес туған башҡорт теле буйынса "Башҡорт теле - заманса тел" тигән темаға мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Фридриховна Дәүләтбаева тарафынан үткәрелде.Туған телен беренсе йыл ғына өйрәнгән уҡыусылар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп тә өлгөргән.Башҡорт телен өйрәнгән, был телдә еңел аралаша алған сит ил кешеләре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән уҡытыусы үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешә алды тиһәң дә була.Туған теленең нескәлектәрен дә, уның яғымлы, бай тел булыуын да белде улар дәрестә.
Асыҡ дәрестәрҙән һуң уларҙың барышын тикшереү өсөн семинарға йыйылған уҡытыусылар хеҙмәттәштәре уҙғарған дәрестәрҙе маҡтап телгә алды.Үҙ эштәрендә төрлө алымдар ҡулланып, дәресен байытҡан уҡытыусыларҙың яңы ысулдар белеүе лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.