Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 20:30

Маҡтауға лайыҡ Юлиә

Республикала колледж данын яҡланы

Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледжының 4 - се курс студенткаһы Юлиә Яковлева яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булыуы менән билдәле.Республиканың урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында уҙған Бөтә Рәсәй буйынса һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһының химия йүнәлешендәге региональ этабында ла ҡатнаша ул. "Органик матдәләрҙең химик технологиялары" факультетында уҡыған ҡыҙ олимпиадала призлы 3 - сө урын яуланы.Башҡортостан Республикаһының уҡыу йорттары араһында үҙе уҡыған колледждың данын яҡлаған Юлиәне тик маҡтарға ғына ҡала.
Читайте нас: