Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 20:00

"Тест - драйв" командаһы - беренсе!

Барыһына ла уртаҡ тема - юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы шаян һүҙ, уйын - көлкө, ыңғай тәьҫораттар бүләк иткән командаларҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде

Бөрө ҡалаһының "Умникум" үҙәгендә 14 район - ҡалаларынан килгән КВН командалары "Бала саҡтың хәүефһеҙлек юлы" республика конкурсының ярымфиналында ҡатнашты. Барыһына ла уртаҡ тема - юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы шаян һүҙ, уйын - көлкө, ыңғай тәьҫораттар бүләк иткән командаларҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Шишмә районының "Тест - драйв" командаһының әүҙем, тырыш ҡыҙҙары һәм егеттәре үҙенең һәләтен, оҫталығын, тырышлығын тулыһынса эшкә "екте". Уларҙың мәғәнәле, аңлайышлы сығышы, килешле кейеме, сәхнә кәрәк - яраҡтары, музыка биҙәлешенең барыһы ла команданы 1 - се урынға сығарҙы.Һүҙгә оҫта, маһир "Тест - драйв" командаһына артабан республика конкурсының финалына йүнәлтмә, бүләктәр бирелде.
Читайте нас: