Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 19:30

Йәштәр форумда осрашты

Тырыштарға - гранттар

Өфө районының өлкән вожатыйҙарының методик берләшмәһе, "Йәш лидер" мәктәбе вәкилдәре "Уңыш формулаһы - 2020" IV йәштәр район форумы уҙған Алексеевка мәктәбенә йыйылды. Мәктәп уҡыусылары, студенттар алдында лекциялар уҡылды, улар менән йәнле әңгәмә лә ҡоролдо.Иң тырыштар, әүҙемдәр форумда грант отоу теләге менән үҙенең проектын тәҡдим итеп, жюри алдында уларҙы яҡлап сыға алды.Екатерина Позднякованың "Бында герой йәшәй" проектына - 20 меңгә, Екатерина Кусейҙың " АРТ - квадрат ижад студияһы", Лилиә Ниғмәтуллинаның ТВ"ТВ - Михайловка", Илһөйәр Хөсәйенованың "Йәш таланттар" проекттары өсөн 10 - ар меңгә грант бирелде.Йәштәрҙең иң яҡшы эштәре, унда сағылған хыялдары тормошҡа ашып, йәш быуын вәкилдәренә тик файҙа килтерһен.
Мәғлүмәт Өфө районының мәғариф идаралығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: