Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 14:20

Халыҡты хәстәрләп

Балаларға барса шарттар

Өфө районында тормош гөрләп тора.Әленән - әле яңы объекттар асыла. Район етәкселеге тарафынан ветерандар, оло йәштәге кешеләр, балалар хаҡында хәстәрлек күрелә.
Ата - әсәләрҙе, балаларҙы ҡыуандырып, райондың Дмитриевка ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Заман талаптарына тулыһынса яуап биргән был бинала кескәйҙәрҙе ысын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн барса шарттар булдырылған.
Ошо уҡ ауылда Өфө балалар ашамлыҡтары цехы базаһында ярымфабрикаттар цехы ла асылды. Мәктәптәр, балалар баҡсалары өсөн бында иттән, балыҡтан, йәшелсәләрҙән сифатлы продукция етештереләсәк. Эш өсөн барса шарттар булдырылған: илдә билдәле етештереүселәрҙән көнкүреш техникаһы, һауыт - һаба, мебель һатып алынған. Ҡулланыуға әҙер булған продукция тәғәйенләнгән урынға өр - яңы еңел машиналарҙа алып барып еткереләсәк.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: