Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 10:50

Кисә Шишмә районында ҡот осҡос янғын теркәлгән

Ут ялмап алған йортта 1959 һәм 1984 йылғы ирҙәрҙең мәйете табылған

9 март төнөндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Шишмә районының Заводянка ауылындағы Ҡояшлы урамындағы янғын хаҡында мәғлүмәт килгән. Был турала "Башҡортостан" гәзите сайтында хәбәр ителә.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына янғын һүндереүселәр барғанда 36 квадрат метр майҙанлы бер ҡатлы йортто ут ялмап алған булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын урынына һыу һибеү һәм ҡоролмаларҙы ҡарау эше 5 сәғәт 43 минутта тамамланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут ялмап алған йортта 1959 һәм 1984 йылғы ирҙәрҙең мәйете табылған. Тикшереү-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре һәм тәүтикшереүселәр янғын һәм фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Ут вайымһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Үҙҡоролма йылытыу приборҙары, төҙөк булмаған электр үткәргестәре һәм янған мейес иғтибарлылыҡты талап итә. Шуға бигерәк тә шәхси йорттарҙа йәшәгәндәргә айырыуса һағыраҡ булырға кәрәк.
Әгәр төтөн сығыуын йәки янғынды күрһәгеҙ, “01” йәки ”112” телефондары буйынса шылтыратығыҙ.Уяу булығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Читайте нас: