Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 14:35

Конкурс көслөләрҙе асыҡлар

Өфөлә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020" төбәк - ара конкурсы уҙа

Благовещен ҡалаһындағы 3 - сө дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Сәфиуллина ла был мәртәбәле конкурста ҡатнаша. Уҡыусылары араһында туған телгә тәрән һөйөү, милли мираҫыбыҙ булған үлемһеҙ әҫәрҙәргә ҙур хөрмәт тәрбиәләгән уҡытыусы яратҡан эшенә бик яуаплы ҡарай.Конкурс шарттарына ярашлы, уҙған милли кейем презентациялауҙа ла уҡытыусы һынатманы. Төньяҡ - көнбайыш башҡорттарының ҡатын- ҡыҙҙары кейгән милли костюмын тектереп алып, сәхнәгә сыҡҡан Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән "Килен һөйөү" йолаһын күрһәтте. Уҡытыусылар Гөлнара Дәүләтбаева менән Рәйлә Фәхрисламова тәмле теле, йомартлығы менән йоланы бар шартына тура килтереп, асыуға өлгәште.Артабан Благовещен уҡытыусыһына башҡа район - ҡалаларҙан, өлкәләрҙән килгән хеҙмәттәштәре менән асыҡ дәрес күрһәтергә тура киләсәк. Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы үҙ тәжрибәһе, эшен яратыуы менән конкурстың был шарттарын да еңел генә үтеп сығыр.Район данын яҡлаған Ләйсән Сәфиуллинаға уңыштар, асыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!
Читайте нас: