Благовещен районындағы Һынны ауылында йәшәгән өләсәһе Зимфира менән олатаһы Миңлеғаян Исламутдиновтарға ейәндәре ҡунаҡҡа йыш килә. Улдары Илмирҙың 12 йәшлек ҡыҙы Азалия, Илвирҙың 6 йәшлек Эмиле менән 4 йәшлек Виленаһы, ҡыҙҙары Эльвираның 7 айлыҡ Булаты ауылға ҡайтырға атлығып тора. Өлкәндәре олатай менән өләсәйҙең һарай тулы малын ҡарап кинәнә, саф һауала йөрөй, хәле бөткәнсе урамда уйнай, тәбиғи ризыҡтар ашап, тәмле һөт эсеп, ауыл мунсаһында йыуынып рәхәтләнә. Ә хәстәрлекле өләсәйҙең тәмле аш - һыуы, тәм - томдары телеңде йоторлоҡ.Дүрт бөртөк ейәнен сәскә гөлләмәһенә тиңләгән Зимфира апай улар тураһында һөйләп туя алмай. Ейәндәренең һәр береһенә мосолманса исем ҡуштырған өлкәндәр уларҙы тәрбиәләүгә лә күп көс түгә. Ауылға ҡунаҡҡа килгән саҡтарында был яғымлы, шуҡ балаларға улар тормош һабаҡтарынан тәрбиә бирергә тырыша, ҡулынан килерҙәй эшен дә ҡуша, һөйләшеп тә ала.- "Балаңдың балаһы балдан татлы" тип беҙҙе яратып һөйгән өләсәйемдең әйткәнен, хәҙер үҙем өләсәй булғас ҡына аңлайым. Беҙҙе олатай менән өләсәй иткән балаларыма рәхмәтлемен. Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған ейәндәребеҙ ата - әсәһенең ҡанаты аҫтында бәхетле, тәүфиҡлы буй еткереп, киләсәктә илебеҙ өсөн кәрәкле ысын шәхес булһын, - тип теләй З.Исламутдинова.