Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 18:05

Тырыш хеҙмәт рәхмәт һүҙенә лайыҡ

Уңышлы эшләгән проект

Удельно - Дыуанай ауылының почта элемтәһе бүлексәһе Өфө почтамтына ингән Благовещен, Өфө, Кушнаренко райондары, Өфө ҡалаһы бүлексәләре араһында "Ваҡлап һатыу" проектын тормошҡа ашырыуҙа алдынғылар рәтен тулыландыра.
Былтырғы йылдың һөҙөмтәләре буйынса уҙған кәңәшмәлә етәкселек уларға рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Ауыл халҡы өсөн барса кәрәк - яраҡ беҙҙә һатыла. Уларға ҡәләмдән алып мебель, көнкүреш техникаһына тиклем тәҡдим итәбеҙ. Ҡалаға йөрөй алмағандар өсөн бик уңайлы хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. 2013 йылда сафҡа ингән яҡты, йылы, заманса почтаға удельнодыуанайҙар теләп килә. Кемдер яҡындарына посылка ебәрә, икенселәр түләүҙәрен күсерә, башҡалары ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла һәм кәрәкле әйберен һатып ала. Ғөмүмән, әйткәндә бүлексәгә килгән халыҡ бер - береһе менән аралашыуҙан да кинәнес алып, ҡайтып китә. Янымда эшләгән почтальон Нина Геннадьевна Решетникова ла уңған хеҙмәткәр. Бергә аңлашып эшләгәс, үҙебеҙҙе етәкселәребеҙ ҙа маҡтап тора,- тип һөйләне бүлексә начальнигы Гөлнара Сафуан ҡыҙы Иштаҡбаева.
Читайте нас: