Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 12:00

Яңы мәҙәниәт йортона рәхим ит! Йырла, бейе, күңел ас

Благовещен районының Туғай ауылы халҡы ябай тел менән әйткәндә, клублы булды.

Йыр - моңға һыуһаған халыҡ был тантаналы сараға шатланып килде. Ауылдағы күп функциялы мәҙәниәт йортоноң төҙөлөшө НК "Роснефть" менән Башҡортостан Республикаһының килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашты.
Өс йыл эсендә сафҡа индерелгән 313 квадрат метрлы бина ике өлөшкә бүленгән. Уның бер яғына заман талаптарына тулыһынса яуап биргән фельдшер - акушерлыҡ пункты урынлаштырыласаҡ. Әҙерәк алғараҡ китеп әйтһәк, был пункт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн бик мөһим объект булып тора.
600 тамашасыға иҫәпләнгән күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендәге залға креслолар ҡуйылмаған.Был нимәһе менән уңайлы? Был урынды тиҙ генә бейеү, спорт күнекмәләре залына, теләһәң, ултырғыстар ҡуйып, концерт, кәңәшмә залы ла итергә мөмкин.
- Халыҡтың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. "Башнефть" компанияһы етәкселеге уны ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер был яҡты, йылы бинала олоһо ла, кесеһе лә үҙенә кәрәкле шөғөл табып, ваҡытын файҙалы уҙғарыр, - тип һөйләне Туғай ауыл биләмәһе башлығы Алексей Мартемьянов.
Читайте нас: