Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 14:33

Гүзәллек доньяһында

Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортонда матурлыҡ байрамы үтте. «Үктәй ауыл биләмәһе һылыуҡайы-2020» титулы өсөн алты ҡыҙ көс һынашты.

Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортонда матурлыҡ байрамы үтте. «Үктәй ауыл биләмәһе һылыуҡайы-2020» титулы өсөн алты ҡыҙ көс һынашты.
Үктәй сибәрҙәренең бәйгеһе «Визит карточкаһы» менән башланып китте. Уның барышында конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында һөйләне. Ҡыҙҙар быйыл үтәсәк мөһим ваҡиғаларға -VI Бөтә донъя Фольклориадаһына, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Конкурсанттарҙың үҙҙәре төшөргән һүрәттәре буйынса яҙған хикәйәләре лә бик эстәлекле килеп сыҡты.
Конкурстың финал этабында ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәре баһаланды. Бәйгеселәр концерт номерҙары, видеотаҫмалар, фоторепортаждар тәҡдим итте.
Биремдәр араһында үҙешмәкәр артистар Фәнис Шәмсиев, апалы-һеңелле Әлиә һәм Зәлиә Әхмәҙиевалар тамашасыларға үҙҙәренең йырҙарын бүләк иттеләр. Конкурс программаһын алып барыусылар Илнур Садретдинов һәм Резеда Ғәниева конкурсанттарҙы бер генә минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Сара байрам атмосфераһында һәм тамашасылар алҡыштары аҫтында үтте. Ҡыҙҙар бөтә биремдәрҙе лә үтәне. Жюриға конкурсанттар араһынан еңеүсене билдәләү еңелдән булманы.
Һөҙөмтәлә, Һарт-Лабау ауылы һылыуы Динара Ғимаҙиева Гран-приға лайыҡ булды. Уға еңеүсе тажы кейҙерелде. «Ҡоролтай һылыуы» номинацияһында Меңйетәрҙән Милена Кәлимуллина еңде. Бынан тыш ул башҡорт ҡыҙы образы аҫҡан өсөн Иглин районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең дипломы менән бүләкләнде. Диана Таһироваға - «Иң һөйкөмлө һылыу», Миләүшә Харрасоваға - «Иң наҙлы һылыу», Зарина Имаметдиноваға «Юғары оҫталыҡ һылыуы» номинациялары буйынса дипломдар тапшырылды. Юлиә Ғималетдинова тамашасы һөйөүен яуланы. Был ҡыҙҙар бөтәһе лә Һарт-Лабау ауылынан.
Конкурсты үткәреүҙә Үктәй ауыл советы депутаты Динар Кәлимуллин, Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Рәүеф Кәлимуллин, "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе, район мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы-режиссеры Гөлшат Ибәтовалар ярҙам итте.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар, "Дельфин" бассейнына сертификаттар тапшырылды.
Был матурлыҡ конкурсы Үктәй ауыл биләмәһе тормошонда тағы бер яҡты бит булып ҡалыр, тип ышанғы килә.
Читайте нас: