Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 20:00

"Ҡарға бутҡаһы" байрамына саҡырыу

"Яратҡан эшемдең маҡсаты -телем, илем, халҡым тип йәшәйәсәк быуын тәрбиәләү", - ти уҡытыусы Ләйсән Сәфиуллина

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020" төбәк - ара конкурсында ҡатнашҡан республика уҡытыусылары Өфө мәктәптәре уҡыусылары өсөн дәрес, дәрестән тыш сара күрһәтте.
Благовещен ҡалаһының 3 - сө дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Сәфиуллина 114 - се һанлы белем үҙәгендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән 4-се класс уҡыусыларын "Ҡарға бутҡаһы" байрамына саҡырҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсаты итеп алған уҡытыусы дәрестән тыш сараны йәнле, йөкмәткеле итеп әҙерләгәйне.
Башҡаланың 159 - сы белем биреү үҙәгендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән 5-се класс уҡыусыларына Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның "Яңы күлдәк" шиғыры буйынса дәрес уҙғарҙы. Шағирәнең ижады менән танышҡан балалар әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереп, матурлыҡты күрә белергә һәм һаҡларға өйрәнде.
- Конкурс барышында башҡа яҡтарҙан килгән хеҙмәттәштәрем менән иркен аралашырға мөмкинлек бар. Тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә конкурс бик кәрәкле һәм отошло. Быларҙың барыһы ла алдағы эшемдә тос өлөш индерер, - тине уҡытыусы хушлашҡанда.
Читайте нас: