Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 18:00

Ашхана эше ыңғай баһаланды

Тәмле булһын аштарығыҙ!

Өфө районы хакимиәте менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Раил Әсәҙуллин менән берлектә төҙөлгән комиссия тарафынан Подымалов, Авдон мәктәптәре ашханаларының эше, уҡыусылар өсөн бешерелгән эҫе аш - һыуҙың сифаты, тәме тикшерелде.
Комиссия ағзалары был мәктәп ашханалары өсөн һатып алынған(киләһе уҡыу йылында барса мәктәптәр ҙә тәьмин ителәсәк) һауыт-һабаның сифатына, дөрөҫ ҡулланышына ла иғтибар итте. Өфө балалар аҙыҡ - түлеге комбинаты етештергән ит һәм йәшелсә ярымфабрикаттары цехынан килтерелгәнен, үҙебеҙҙә етештерелгәнен дә маҡтап телгә алды улар. Балалар өсөн бешерелгән төшкө аштарҙың төрлөлөгөн, тәмле булыуын да оҡшатты комиссия ағзалары.
Мәғлүмәт Өфө районы хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: