Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 16:00

Балаларҙың һаулығын хәстәрләп

Уҡыусылар йөҙөргә өйрәнә

Быйылғы йылдың февраль айынан май айына тиклем Шишмә ҡасабаһындағы "Шишмә" спорт - һауыҡтырыу комплексында ауыл мәктәптәре, ҡасабалағы 2-се мәктәп уҡыусылары өсөн йөҙөргә өйрәтеү дәрестәре үткәрелә.
Һәр шәмбе комплексҡа ойошҡанлы, өлкәндәр оҙатыуында мәктәп автобустарында, дәрескә килтерелгән 180 баланы тренер һәм инструктор ҡаршы ала. Икенсе кластан алып өлкән кластарҙа уҡыған балалар 45 минутлыҡ дәрестә тулыһынса йөҙөү техникаһын өйрәнә.
Шишмә районының дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн йөҙөү буйынса дәрестәр программаһын үҙләштергән балалар сәләмәт тормош рәүеше лә алып бара, оҫта, шәп итеп йөҙөргә лә өйрәнә.
"Шишмә плюс" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: