Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 12:15

Йырсы ауыл!

Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йортонда “Йырсы ауыл” республика конкурсының һайлап алыу туры үтте

Вокал конкурстың маҡсаттары - һәләтле кешеләрҙең ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ауыл ерендә коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусы йырсыларҙы асыҡлау.
Ижади аренала Оло-Ҡарамалы, Тау, Олоялан һәм Түбәнге Ләмәҙ үҙешмәкәрҙәре сығыш яһаны. Сәхнәнән халыҡ һәм эстрада йырҙары яңғыраны.
Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса, конкурстың икенсе этабына һәр тораҡ пункттан ике номер үтте.
Оло-Ҡарамалы клубынан Лена Мөлөкова, Зилә Таһирова, "Миләш" вокал төркөмө сығыш яһаны.
Сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә район мәҙәниәт йортоноң дипломы тапшырылды.
Читайте нас: