Медиатехнологиялар менән танышҡан студенттар педагогтар ярҙамында мультимедия киңлектәренә юлланды. Улар интерактив иҙән, 3-D кинотеатр, виртуаль китапхана, виртуаль ысынбарлыҡ зонаһы менән танышты. Интерактив музейҙағы "Һыу ҡайнатыу", "Пластиктың икенсе эшкәртелеүе", "Парник эффекты" экспонаттары ла уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Наноквантум", "Һөнәрҙәр ҡалаһы", "Хайтек" кабинеттарының йыһазландырылыуын ҡарап, уларҙың төп эш йүнәлештәре менән дә танышты.