7-се класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Фәвәдис ҡыҙы Хөснийәрова менән дәрестә башҡорт шағирәһе, йырҙар авторы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Яңауыл районының почётлы гражданы Кәүсәриә Шафиҡованың ижадын өйрәнде. Яман сир һөҙөмтәһендә ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡалған нескә күңелле Кәүсәриә апай тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы, уның йөрәгендә илһам сатҡыларын йәшәтә. Гүзәл, ғәзиз әсәгә һоҡланыу, уны яратыу, хөрмәтләүҙе шағирә "Әсәй күҙҙәре" шиғырында сағылдыра алған. Уҡытыусы үткәргән дәресендә тап ошо хаҡта һөйләне лә инде.
Артабан 7-9 кластар өсөн спорт залында "Беҙ төрлө булһаҡ та, бергәбеҙ" тигән кластан тыш сара ла йәнле үтте. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, Алһыу Фәвәдис ҡыҙы кластан тыш сараны ла ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйындарға таянып, мәғлүмәтле итеп уҙғарыуға өлгәште.