Башҡортостанда быйыл иғлан ителгән 2020 - Зауыҡлы биләмәләр йылын Өфө районы ла дәррәү күтәреп алды.
Район хакимиәте башлығының ҡарарына ярашлы, йыллыҡ эш планы раҫланған. Йыл дауамында халыҡ өсөн ауыл - ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу, тирә - яҡты матурлау буйынса аныҡ эштәр башҡарыу, урамдарҙы төҙөкләндереү ҙә ҡаралған. Хеҙмәт коллективтары өмәләрҙә, таҙалыҡ, таҙа йома көндәрендә ҡатнашасаҡ.
Райондың барса ауылдары ла беренсе уҙған таҙалыҡ көнөндә әүҙемлек күрһәтте. 100 ойошманың 1432 хеҙмәткәре 3 тонна сүп - сар йыйҙы, биналар ҡырындағы ҡарҙы таратып, юлдарҙы боҙҙан таҙартты.
- Бер саранан дә ситтә ҡалмаған мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә был көндән ситтә ҡалманы. Үҙ учреждениеларынын тәртипкә килтереү менән мәшғүл булды. Булған эш инструменттарын ҡулға алабыҙ ҙа эшкә тотонабыҙ. Уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен дә ҡулдан килгәнсә хеҙмәткә ылыҡтырып, өлкәндәр миҫалында эшкә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, - тип һөйләне Өфө районы мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Гүзәл Мөхәмәтханова.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәтенең төркөмөнән алынды.