Иглин ауылының 3-сө һанлы мәктәбендә информатика уҡытыусыларының семинары үтте. Сараның маҡсаты – уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Интернетта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019-2020 йылдарҙа "Интернетта хәүеф-хәтәрһеҙ бер ай" акцияһы Рәсәйҙең 10 төбәгендә үтә. Улар араһында Башҡортостандың да булыуы ҡыуандыра, ти сараны ойоштороусылар.