Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 12:00

Иглин аграрийҙары - күргәҙмәлә

Иглиндар үҙ продукцияларын тәҡдим итте

Өфөлә ХХХ махсус «АгроКомплекс» күргәҙмәһе асылды. Уның эшендә Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән 350-нән ашыу компания ҡатнаша. Сарала Иглин фермерҙары ла үҙҙәренең продукцияларын тәҡдим итте. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Андрей Коннов ҡатнашты. Күргәҙмә сиктәрендә вице-премьер – РБ ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Павел Кос хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул республика аграрийҙарына ауыл хужалығы техникаһы парҡын һәм ҡорамалдарын яңыртыуға ярҙам итергә тейеш. Күргәҙмә 20 мартҡа тиклем эшләйәсәк.
Фото: район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: