Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2020, 12:30

Һәүәҫкәр балыҡсылар ярышты

Энергетиктарҙың шәп шөғөлө

Өфө янындағы йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Павловка һыу һаҡлағысында балыҡ тотоу буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Сәмләшеп ярышҡан 14 һәүәҫкәр балыҡсы араһынан электр цехы аккумуляторщигы Андрей Замараев боҙҙа балыҡ тотоу өсөн соҡорсоҡтар быраулауҙа алдынғылыҡты бирмәй, ә иң беренсе балыҡты Азат Хаматнуров тотто. ПТО начальнигы Алексей Ветошкин иң эре балыҡ тотһа, ә энергетика тармағы ветераны Владимир Судовиков иң ауыр күләмле - 1050 килограмм балыҡ тотоуы менән айырылып торҙо.Балыҡ тотоу оҫталарының традицияға әйләнгән ярышы күтәренке рухта үтте.
Читайте нас: