Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 16:35

Спартакиада үтте

Ауыл биләмәләре спортсылары мини-футбол уйнаны

Иглиндә ауыл биләмәләренең ирҙәр командалары мини-футбол буйынса көс һынашты. Балалар -үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында үткән ярыштарҙа һигеҙ команда ҡатнашты. Ярыш бик дәррәү генә башланып китте. Һәр команда ла ныҡлы итеп әҙерләнеп килгән ине. Башта футболсылар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Һәр төркөмдән икешәр команда финалға сыҡты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Иглин ауылының “Эксперт” командаһы еңеү яуланы, “Алпамыша” футболсылары – икенсе урынға сыҡты, Сыуаш-Ҡыбауҙар өсөнсө булды. Ә ауыл биләмәләре араһында урындар түбәндәгесә бүленде: Иглиндар – беренсе, Сыуаш-Ҡыбауҙар - икенсе, Көҙәйҙәр – өсөнсө.
Читайте нас: