Заводта спорт һөйөүселәр өсөн төрлө ярыштар ойошторола. Бына әле яңыраҡ ҡына өҫтәл теннисы менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр ярышҡа йыйылды. Был олимпия спорт төрөнә, ракетка һәм уртанан селтәр менән бүленгән уйын өҫтәле файҙаланылған туплы спорт уйынына ғашиҡтарҙың осрашыуы көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы. Призлы урындарҙы ҡорос ҡойоу, 5-се цехтары, завод идаралығы үҙ - ара бүлеште.