Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2020, 13:40

Балалар баҡсаһы төҙөлә

Төҙөлөш эштәре ҡыҙыу бара

Петрово-Федоровка ауылында балалар баҡсаһын төҙөү участкаһында баш архитектор, район мәғариф бүлеге етәксеһе, подрядсы ойошма вәкилдәре һәм башҡалар осрашты. Улар объектты һыу, газ һәм электр менән тәъмин итеү, элемтә булдырыу, интернетҡа тоташтырыу тураһында һөйләштеләр, проектҡа иҫкәрмәләр буйынса төҙәтмәләр индерҙеләр.
Әлеге ваҡытта йылытыу ҡаҙаны төҙөлгән, газ үткәрелгән, трансформатор ҡуйылған, электр линиялары һуҙылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы үткән йылдың аҙағында төҙөлә башлаған ине. Уны сафҡа индереү 2022 йылдың урталарына планлаштырыла.
Фото: район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: