Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2020, 17:00

Наурыз байрамы мөбәрәк булһын!

Йыл байлыҡта, муллыҡта уҙһын!

Благовещен районының Покровка ауыл клубы музейына балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен Тәнзилә Искәндәрова менән Рәшиҙә Фәизова апайҙары Наурыз байрамына саҡырҙы.
Улар уҙғарған милли байрамдарҙы яратып өлгөргән йәш покровкалар был матур сараға йәнләнеп килде.
- Халыҡта был байрамды Яңы йыл башы тип юҡҡа әйтмәгәндәр.Тап ошо ваҡытта, көн менән төн тиңләшкән мәлдә был байрам билдәләнә. Халҡыбыҙ борон - борондан ҡышты имен - аман үткәреп ебәреп, йәйләүгә сығыуына шатланып, мул табындар ҡорған,уйындар уйнаған, яҡындарына изге теләктәрен юллаған,- тип һөйләне балаларға Тәнзилә апайҙары.
Туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе булған бойҙайҙы шыттырған Рәшиҙә апайҙары ла уларға икмәкте ҡәҙерләргә өндәне.
Үҫеп килгән йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә күп көс һалған рухлы, аҡ күңелле Тәнзилә һәм Рәшиҙә Зиннәт ҡыҙҙары балаларҙың мәғлүмәтле, мәҙәниәтле, тәрбиәле булып үҫеүенә ышана.
Читайте нас: